• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    28.06.11 12:34

    Жәлил Кейекбаевҡа бағышланған юбилей саралары башланды

    Башҡортостан Хөкүмәтенең «Билдәле башҡорт ғалимы-төркиәтсе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында»ғы ҡарарға ҡул ҡуйылды. Юбилей саралары сиктәрендә «Профессор Жәлил Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ профессорҙың фәнни хеҙмәттәре йыйынтыҡтары донъя күрәсәк, «Урман әкиәттәре» китабы нәшер ителәсәк. Жәлил Кейекбаевҡа арналған китап уҡыусылар конференциялары, тематик кисәләр һәм күргәҙмәләр үтәсәк. 28 июндә Туймазы районында билдәле ғалимдың тормошона һәм ижадына бағышланған ХIII Республика «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙасаҡ. Юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буынса ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте Премьер-министры Зөһрә Рәхмәтуллина етәкләй.



    25 26 27 28 29 30 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 31 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки