• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    06.07.11 12:34

    Башҡортостандың социаль яуаплы учреждениелары Хөкүмәт дипломдары менән билдәләнде

    Башҡортостандың социаль йәһәттән иң яуаплы ойошмалары республиканың хөкүмәт наградалары менән билдәләнде. «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше өсөн — 2010» конкурсында еңеү яулаған предприятие етәкселәренә дипломдарҙы 6 июлдә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында Хөкүмәт вице-премьеры Фидус Ямалетдинов тапшырҙы. Призерҙар иҫәбендә — республиканың 9 бюджет һәм коммерция учреждениелары. Улар – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Стәрлетамаҡтың беренсе ҡала поликлиникаһы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте, Дүртөйлө районының «Коммунальник» муниципаль унитар предприятиеһы, «Сода» предприятиеһы, «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәр» компанияһы, Яңы Салауат йылытыу-электр үҙәге, «Мотор» фәнни-етештереү предприятиеһы һәм Өфөнөң Калинин районының һигеҙенсе аҙыҡ-түлек магазины. Быйыл социаль яуаплы предприятиелар республика конкурсы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Йыл һайын унда 300-гә яҡын ойошма ҡатнаша.



    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки