7 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй Федерацияһың Иҫәп палатаһы аудиторы Александр Пискунов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов һәм БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков ҡатнашты. Осрашыу барышында төбәк үҫешенең социаль-иҡтисади процестары стратегияһының төп элементы булараҡ Башҡортостан Республикаһының интеграцияланған контракт системаһын формалаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.