Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 12 июлде «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булғандар буйынса милли матәм көнө тип иғлан итте. — Мин иртәгәһе көндө Милли матәм көнө тип иғлан итергә ҡарар иттем, — тип хәбәр итте дәүләт башлығы дүшәмбе көндө «Болғар» теплоходы фажиғәһенә арналған кәңәшмәлә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уның бортында 208 кеше булған. Әле 13 кеше һәләк булған тип иҫәпләнә, 80-гә яҡын кеше ҡотҡарылған, башҡаларҙың яҙмышы билдәһеҙ. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында йөҙҙән ашыу водолаз эшләй. Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Волга буйы төбәк ҡотҡарыусылар отряды төркөмө лә — улар иҫәбендә.