• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    13.07.11 12:34

    Асҡарҙа БР бәләкәй бизнесын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды

    Әбйәлил районы үҙәгендә БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды. Ул район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бинаһының икенсе ҡатында урынлашты. Уны асыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары – 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын күҙәтеп барыу офисы етәксеһе Мирхәйҙәр Фәтхуллин, «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Илһам Закиров ҡатнашты. Ҡунаҡтар Үҙәк маҡсаттары һәм бурыстары,бәләкәй бизнесты финанслау шарттары хаҡында һөйләне, офисты ҡарап сыҡты, Әбйәлил районы эшҡыуарҙары менән аралашты. Был сара 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Программа өсөн вице-премьер – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов яуаплы.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».