• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    14.07.11 12:34

    Башҡортостандағы бөтә төр транспорт хәүефһеҙлеккә тикшереләсәк

    Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы транспорттың техник торошон пландан тыш тикшереү буйынса эштәр дауам итә. Тикшереүселәр пассажирҙар ташыусы транспорттың бөтә төрөн, шул иҫәптән муниципаль транспортты ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 11 июлдә «Болғар» теплоходының фажиғәһенән һуң БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡушыуы буйынса һыу транспортының техник торошон тикшереү эштәре башланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 12 июлендәге 882-р һанлы бойороғо менән, транспорттың техник торошо, ҡотҡарыу средстволарының булыу-булмауы, шулай уҡ етерлек кимәлдә булыуы һәм төҙөклөгө, норматив документтар һәм ғәҙәттән тыш хәл осрағында хәүефһеҙлекте ойоштороу тикшерелергә тейеш, тип билдәләнгән. Документ менән вице-премьер Сергей Афонин етәкселегендәге пассажирҙар ташыу хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия составы раҫланған.



    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки