• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    20.07.11 12:34

    Башҡортостанда ташлама алыусылар һыу һәм газ счетчиктарын урынлаштырған саҡта компенсация аласаҡ

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын урынлаштырған саҡта граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү өсөн 30 миллион һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Средстволар менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эш итәсәк. Хөкүмәттә шулай уҡ «2011-2013 йылдарҙа һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын урынлаштырған саҡта граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү тәртибе тураһында»ғы ҡарар проекты әҙерләнеү стадияһында. Дөйөм сумма 105 миллион һумдан артасаҡ. Средстволар «2010-2014 йылдарға энергия һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу» республика комплекслы программаһында ҡараласаҡ.



    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки