• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    27.07.11 12:34

    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә республика ҡалаларында ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программа әҙерләргә ҡушты

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты. Программа республиканың бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларына адреслы ярҙам күрһәтеүгә иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов башланғысы менән 2011 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 300 миллион һум бүленәсәк. Был средстволар, Өфөнән тыш, 22 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа юлдарҙы һәм өй яны территорияларын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Субсидияларҙы Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Яңауыл, Межгорье ҡалалары һәм Приют, Шишмә ҡала тибындағы ҡасабалар аласаҡ. Уларҙа 1,391 миллион кеше йәшәй. Средстволар муниципалитеттар араһында халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленәсәк. Өфөлә шулай уҡ ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса ҡаланың үҙенең программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында йорт ихаталарын ремонтлау өсөн 574 миллион һум тотоноласаҡ. Һуңғы 20 йыл эсендә Башҡортостан ҡалаларында йорт яны территорияларын төҙөкләндереү буйынса программа тәүгә тормошҡа ашырыла.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».