• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    15.08.11 12:34

    Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

    Башҡортостанда 2011 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға конкурс старт ала. Тейешле бойороҡҡа бөгөн, 15 августа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡул ҡуйҙы. Проекттарҙы баһалаясаҡ комиссияны БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин етәкләйәсәк. Еңеүселәр киләһе дүрт номинацияла билдәләнәсәк: «Матбуғат баҫмалары», «Тармаҡ матбуғат баҫмалары», «Телевизион программалар һәм сюжеттар», «Интернет-публикациялар». Һәр береһендә — 70 меңдән алып 100 мең һумға тиклем күләмендәге өс призлы урын. Премия фондының 50 проценты йәнә мәғлүмәт биреүгә, аныҡлау эшенә файҙаланылырға тейеш. Конкурсҡа йомғаҡтар 25 ғинуарҙа яһаласаҡ, ә еңеүселәргә бүләктәр – Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар – беренсе квартал дауамында тапшырыласаҡ.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 1


    Открытая республика
    Ссылки