• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    17.08.11 12:34

    Башҡортостан делегацияһы Сыктывкарҙа халыҡ-ара туристик конференцияла ҡатнашасаҡ

    19 августа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Башҡортостандың Туриндустрия союзы вәкилдәре Коми республикаһына барасаҡ. Ике көн дауамында Сыктывкарҙа Халыҡ-ара туристик форум сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһында эске һәм тышҡы туризм үҫешендә этномәҙәни факторҙың роле» халыҡ-ара туристик конференцияһы үтәсәк. Туризм буйынса федераль агетлыҡ һәм Коми Республикаһы Хакимиәте конференцияны ойоштороусылар булып сығыш яһай. Рәсәй Федерацияһында этнографик һәм экологик туризм төрҙәрен үҫтереүҙең төп проблемаларын анализлау, хәҙерге хәлдәрҙе һәм юғары һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле туристик комплексты формалаштырыу перспективаларын баһалау, шулай уҡ туризм үҫешен планлаштырыуҙың практик мәсьәләләре һәм төбәк, муниципаль кимәлдә рекреация буйынса тәжрибә уртаҡлашыу конференцияның төп маҡсаты иҫәпләнә. Конференцияла төбәк иҡтисадын модернизациялау һәм диверсификациялауҙағы туризм роленә, төбәк һәм муниципаль туристик-рекреацион кластерҙар ойоштороу, туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт-шәхси партнерлығын үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар биреләсәк. Конференцияның беренсе көнөндә уның пленар ултырышы сиктәрендә «Этномәҙәни туризмды үҫтереү» һәм « Экологик туризмды үҫтереү» кеүек ике түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Бынан тыш, халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар төбәктең тарихи-мәҙәни һәм этнографик потенциалы менән таныша, шул иҫәптән Печора-Илыч тәбиғи биосфера ҡурсаулығын ҡарай, шулай уҡ «Төньяҡ балҡышы» туристик поезы» төбәк-ара проектын презентациялауҙа ҡатнаша аласаҡ.



    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!