• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    23.08.11 12:34

    Өфөлә Нанотехнологиялар конгресы асылды

    II Нанотехнологиялар конгресы 23 августа Өфөлә асылды. Ул Когресс-холл бинаһында үтә, сарала донъяның төрлө илдәренән күләмле наноструктур материалдар менән шөғөлләнеүсе 200 ғалим һәм сәнәғәтсе йыйылған. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты. Нанотехнологиялар конгресында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, фәнни-техник экспертиза департаменты директоры, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы Сергей Калюжный, ғалимдар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, эре сәнәғәт предприятие етәкселәре ҡатнаша. Сит ил фән эшмәкәрҙәре араһынан – Германия, АҠШ, Бөйөк Британия, Япония, Ҡытай, Австрия, Төркиә, Көньяҡ Корея, Чехия, Иран, Украина һәм башҡа ил ғалимдары. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, конгресс сиктәрендә II махсус юғары технологиялар күргәҙмәһе, «Күләмле наноструктур материалдар: фәндән инновацияларға BNM-2011» өсөнсө халыҡ-ара симпозиумы үтәсәк. Алты түңәрәк өҫтәл күләмле наноструктур материалдарҙы коммерциялаштырыуҙың бөтә өлкәләрен үҙ эсенә аласаҡ, шул иҫәптән республика НАНОүҙәген ойоштороу һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Ике көнлөк Рәсәй-Франция-Германия семинарында күләмле наноструктур материалдарҙың барлыҡ нескәлектәре ҡараласаҡ. Республика белгестәре өсөн «Инновациялар, мәғариф, фән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бәләкәй инновацион предприятие өлгөһөндә наноиндустрия өлкәһендә технологиялар трансферын ойоштороу үҙенсәлектәре» мастер-класы ойоштороласаҡ. Бынан тыш, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән үҙ-ара системалы эш итеү маҡсатында «Юғары технологияларҙы коммерциялаштырыу» мәғлүмәт семинары үтәсәк. Нанотехнологиялар конгресының эш программаһы өс көнгә иҫәпләнгән.



    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!