• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    03.09.11 12:34

    Рөстәм Хәмитов: Һөт фестивале Башҡортостанда йыл һайын үткәреләсәк

    — Был байрам, һис шикһеҙ, традицион сараға әйләнәсәк, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй һөт фестиваленең асылыуына арналған брифингыла. — Һөт фестивален беҙ Өфөлә йыл һайын, һәр көҙ һайын үткәрәсәкбеҙ. Рөстәм Зәки улы бындай байрамдарҙы бөтә республика буйынса үткәреү мөмкинлеген дә инҡар итмәне. — Бындай фестивалдәр үткәрерлек лайыҡлы ҡалаларыбыҙ, лайыҡлы район үҙәктәребеҙ бар, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Шуға күрә мин йылдың бер көнөндә бар республикала һөт байрамы билдәләнеүен теләр инем. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо рәүешле Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң һөтлө төбәге статусына эйә булыуын раҫлай. — Артабан да был марканы йөрөтөр өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һәм етештереү ҡеүәттәрен арттырасаҡбыҙ, — тип ышандырҙы Башҡортостан Президенты. – Бөгөн беҙ — лидерҙар, әммә конкуренттар етеп килә. Был Татарстан, Ростов өлкәһе һәм Краснодар крайы, Рәсәй Федерацияһының башҡа ҙур субъекттары. Шуға күрә беҙгә эшләргә, етештереү ҡеүәттәрен әүҙем арттырырға һәм бөгөн планлаштырған программаны үтәргә кәрәк.



    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки