• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    08.09.11 12:34

    Республикала М.Аҡмулла исемендәге стипендия алыусылар билдәләнде

    Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2011-2012 уҡыу йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия алыусылар раҫланды. М.Аҡмулла исемендәге стипендия уҡыуҙағы һәм Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле фәнни эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләр өсөн бирелә. 1 сентябрҙән әлеге стипендияны урта һөнәри белем биреү дәүләт учреждениеларынан ун студент һәм юғары уҡыу йорттарынан биш студент ала башлаясаҡ. Стипендиаттар Башҡортостан Хөкүмәтенең 2006 йылғы ҡарарына ярашлы уҡыу йорттарының педагогтар һәм ғалимдар советтары менән билдәләнде. М.Аҡмулла исемендәге стипендия уҡыуҙың өсөнсө йылынан башлап, аҙаҡҡы дүрт сессия һөҙөмтәләре буйынса бер йылға иҫәптә бирелә. Шул уҡ ваҡытта академик һәм социаль стипендиялар һаҡлана.



    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки