Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
2011-2012 уҡыу йылында Мостай Кәрим исемендәге стипендияларҙы Башҡорт дәүләт университеты студенттары аласаҡ. Зарина Бағышаева – башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дүртенсе курста, ә Римма Миңлеәхмәтова филология факультеты магистратураһының икенсе курсында уҡый. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Ул иң яҡшы филолог-студенттарға тапшырыла. Стипендиаттар асыҡ конкурс ярҙамында билдәләнә. Стипендияға уҡыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, әҙәбиәт өлкәһендә һәләттәрен күрһәткән, фәнни-тикшеренеү һәм йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнгән 3-5 курс студенттары дәғүә итә ала.