• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    28.09.11 12:34

    Вице-премьер Эрнст Исаев «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе

    28 сентябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевтың онлайн-конференцияһы үтте. 50 минут эсендә вице-премьер 20-нән ашыу һорауға яуап бирҙе. Был ваҡыт эсендә уға интернет менән ҡулланыусы һәр кем мөрәжәғәт итә ала ине. Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтында видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо. Вице-премьер – ауыл хужалығы министрының онлайн-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ. Тейешле техник эштәр башҡарылғас, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки