• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.10.11 12:34

    Италия һәм Башҡортостан республикала металлургия заводы төҙөү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы

    Сентябрь аҙағында БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш визиты менән Италияла булып ҡайтты. Унда Рәсәйҙең Италиялағы Сауҙа вәкиллеге етәксеһе Натэла Шенгелия һәм Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Розарио Алессандрелло менән һөйләшеүҙәр үтте. Уның һөҙөмтәһендә Благовещенда металлургия заводы төҙөү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйылды. Итальян партнерҙар менән артабан хеҙмәттәшлек итеү перспективалары 20-22 октябрҙә Сицилияның Катания ҡалаһында үтәсәк Сәнәғәт округтары һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XIX ултырышында тикшереләсәк.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки