• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    07.10.11 12:34

    Сибайҙа туризм өлкәһендә йәштәр башланғыстары форумы үтә

    Бөгөн Сибайҙа туризм өлкәһендә йәштәр башланғыстары форумы үтә. Унда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре вәкилдәре һәм Башҡортостан туроператорҙары ҡатнаша. Социаль-иҡтисади проекттарҙы, Башҡортостандың көньҡ-көнсығыш райондарында туризм өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән йәштәр башланғыстарын анализлау, шулай уҡ йәштәр башланғыстарын тотҡарлаусы һәм дәртләндереүсе факторҙарҙы асыҡлау форумдың төп маҡсаттары булып тора. Форум программаһы сараларға бай: туристарға һәм ҡала ҡунаҡтарына сувенир продукцияһы йәрминкәһе ойошторолған, шулай уҡ экскурсиялар ҡаралған. Сара һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы туристик проекттар һайланасаҡ, еңеүселәр грант аласаҡ.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки