• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    12.10.11 12:34

    Башҡортостанда «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге - 2011» экофорумы асылды

    Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге — 2011» экология форумы һәм махсус күргәҙмәһе асылды. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы контролдә тотоу, утилләштереү, эшкәртеү һәм ергә күмеү буйынса заманса технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән экофорумдың һәм күргәҙмәнең төп маҡсаттары булып тора. «Уралэкология-2011» форумында ҡатнашыусы Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков фекеренсә, экологик проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт власының, ғалимдарҙың һәм практиктарҙың берлектә эшләүе зарур. Экофорум сиктәрендә Башҡортостандың йәш ғалимдары үҙҙәренең эшләнмәләрен һәм проекттарын тәҡдим итәсәк, улар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк. — Экологик форум Башҡортостанда осраҡлы ғына үткәрелмәй. Республикабыҙҙа сәнәғәттең барлыҡ тиерлек өлкәләре, шул иҫәптән нефть эшкәртеү, машиналар төҙөү һәм тау сеймалын табыу тармаҡтары ла бар. Улар тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, — тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов. Экофорум эшендә ғалимдар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, Башҡортостан аналитиктары һәм Рәсәйҙең башҡа төбәк вәкилдәре ҡатнаша.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».