• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    19.10.11 12:34

    Рөстәм Хәмитов Финляндияның Sampo-Rosenlew Ltd концерны вәкилдәре менән осрашты

    19 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Sampo-Rosenlew Ltd фин концернының генераль директоры Яли Прихти етәкселегендәге концерн делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе. Sampo-Rosenlew – Европа кимәлендәге иген урыу техникаһын етештереүселәрҙең береһе. Һөйләшеүҙәр барышына Башҡортостанға Финляндияла етештерелгән иген урыу техникаһын поставкалау мәсьәләләре, шулай уҡ республика биләмәһендә Sampo-Rosenlew фирмаһы комбайндары производствоһын ойоштороу перспективалары ҡаралды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Һеҙҙе Башҡортостандың баш ҡалаһында – Өфөлә сәләмләүемә шатмын. Беҙҙең республика, һеҙгә билдәле булыуынса, — Рәсәй Федерацияһының эре субъекттарының береһе. Һәм беҙ, һис шикһеҙ, үҫешкән ауыл хужалығы производствоһы менән айырылып торабыҙ. Халыҡтың ҡырҡ проценты ауыл ерендә йәшәй. Яҡын киләсәктә лә шулай буласаҡ. Әлегә урбанизация процестары күҙәтелмәй. Һәм беҙ ауылда йәшәгән 1 миллион 600 мең кешене нисек эш менән тәьмин итеү тураһында һәр ваҡыт уйларға тейешбеҙ. Бынан тыш, аҙыҡ-түлек производствоһы перспективалы тармаҡ булып тора. Был бик яҡшы бизнес, һәм беҙ уны заманса итергә бурыслы. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларын беҙ заманса техника менән йыһазландырырға тейеш. Беҙҙең өсөн был бик мөһим һәм ҙур бурыс, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Комбайндар һәм тракторҙар кеүек ауыл хужалығы техникаһы етешмәүе ныҡ һиҙелә. Быйыл иген уңышы мул булды. Был уңышты оҙаҡ йыйырға тура килде. Урып йыйыу эштәрен әле саҡ, октябрҙә, тамамлайбыҙ. Сентябрҙә һауа торошо уңай булманы, ямғырҙар күп яуҙы, эшләй аманыҡ. Ә августа өлгөрмәнек, сөнки техника етешмәй. Беҙҙәге майҙандарҙа ураҡ эштәрен башҡарып сығыр өсөн тағы ла 1,5 мең комбайн кәрәк. Сәсеүлек майҙандарын арттырырға теләйбеҙ. Бөгөн иген малсылыҡта ла, экспортҡа оҙатыуҙа ла, башҡа төрлө продукция етештереүҙә лә ҙур һорау менән ҡуллана. Һауа шарттарына ҡарамайынса, йыл һайын тотороҡло рәүештә 3 – 3,5 миллион тонна иген етештереүгә сығырға теләк бар. Әммә бының өсөн, әлбиттә, техника менән башҡа төрлөрәк йыһазландырылған булыу кәрәк. Тимәк, Башҡортостан Республикаһын техника менән тәьмин итеүҙе тикшереү мөмкинлегенән ҡарағанда, һеҙҙең визитығыҙҙың бик яҡшы перспективаһы бар. Беҙгә техника йыйыу өсөн майҙансыҡ кәрәк. Шулай уҡ яңы эш урындары, яңы һалымдар кәрәк. Һәм, әлбиттә, беҙҙең территорияла ошондай производстволар булдырылыуын теләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. Яли Прихти Рөстәм Хәмитовҡа осрашыу өсөн рәхмәтен белдерҙе. — Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. Мин иген урыу комбайндарын етештереүсе Sampo-Rosenlew компанияһы вәкилемен. Һәм һеҙҙең менән бәйләнештәр булдырырға теләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар дауамында беҙ Рәсәй баҙарын өйрәндек. Асыҡланыуынса, Башҡортостанда агросәнәғәт өлкәһен яҡшы беләләр. Башҡортостан баҙарын да тикшерергә булдыҡ. Төбәктә үҙ бизнесыңды асыу мөмкинлектәрен ҡараныҡ. Һәм, аңлауыбыҙса, территорияның күп өлөшөн ауыл хужалығы биләй, — тине Финляндия бизнесмены. — Бында, урындағы предприятиеларҙа, комбайндар етештереү өсөн компаниялар асырға һәм төрлө мөмкинлектәрҙе тикшерергә теләйбеҙ. Йыйыу производствоһы хаҡында әйтмәйбеҙ – производствоның тулы процесы урындағы предприятиеларҙа буласаҡ. Беҙҙең тәҡдимдең төп идеяһы – урындағы предприятиеларҙа иген урыу комбайндарын етештереүҙе ойоштороу. Иҫке түгел, ә бөтә донъяла танылыу тапҡан яңы моделдәр эшләү. Финляндияла етештерелгән кеүек үк юғары сифатлы комбайндарҙы тулыһынса бында эшләү өсөн производствоны әүҙемләштереү төп маҡсат булып тора. Бының өсөн беҙгә бында партнерҙар кәрәк, эшселәрҙе уҡытыу зарур. Производсво асыу өсөн база ла кәрәк буласаҡ, — тип билдәләне Sampo-Rosenlew концерны башлығы.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».