• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.11.11 12:34

    Башҡортостан вуздары «Альстом» компанияһы өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк

    Башҡортостан вуздары «Альстом» һәм «РусГидро» компаниялары предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләйәсәк. 31 октябрҙә Франция компаниялары вәкилдәренең республика техник вуздары ректорҙары менән осрашыуында кадрҙар буйынса алдан килешеүҙәргә өлгәшелде. Протокол осрашыуы Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте. Өфөлә ике йылдан гидротехник һәм электротехник ҡоролмалар етештереү буйынса заманса технопарк булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы производствоның проекты әҙерләнә, әммә Франция вәкилдәре белгестәрҙе бөгөндән әҙерләй. Йәмғеһе 550 белгес кәрәк буласаҡ. — Индустриябыҙҙың заманса технологияларын Башҡортостанға алып киләсәк яңы фабрика төҙөйбөҙ. Технологиялар тигәндә, беҙ быуындан быуынға белем биреүсе кешеләрҙе күҙ уңында тотабыҙ, — тип һөйләне журналистарға Рәсәйҙә «Альстом» компанияһының идара итеүсе директоры Николай Жиро. – Беҙгә белемле, яҡшы өйрәтелгән белгестәр кәрәк. Шуға күрә уҡыу йорттары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен оҙаҡ йылдарға төҙөмәксебеҙ. Республиканың ғилми даирә вәкилдәре ваҡиғаның мөһимлелеген билдәләне – әле төҙөлөп бөтөлмәгән килеш предприятие кадрҙар әҙерләй. Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров билдәләүенсә, бындай производстволар өсөн Өфөлә белгестәр әле лә әҙерләнә. Бының өсөн махсус факультеттар булдырыуҙың кәрәге юҡ. Тик аныҡ бер предприятие талаптарына ғына яраҡлашырға кәрәк. Авиация университетының бындай тәжрибәһе бар, вуз «Электрозавод» өсөн белгестәр әҙерләй. Башҡортостанды, «РусГидро» һәм Францияның «Альстом» компанияларын үҙ-ара килешеү бәйләй, уға ярашлы республикала майҙаны 67 гектар тәшкил иткән сәнәғәт технопаркы булдырыласаҡ. Комплекста гидротехник һәм электротехник ҡоролмалар етештереү заводына төп урын бирелә. 2013 йылда завод тәүге продукцияһын сығарасаҡ.



    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».