• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    10.01.12 12:34

    Башҡортостанда техник тикшереү өсөн иң сикке хаҡ билдәләнде

    Башҡортостанда транспорт сараларының техник торошон тикшереүгә түләүҙең иң юғары күләме билдәләнде. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары «Транспорт сараларының техник торошон тикшереү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль законға ярашлы ҡабул ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылда техник тикшереүҙе ЮХХДИ-ла ла – был функция 2014 йылға тиклем Дәүләт автоинспекцияһында ҡаласаҡ, шулай уҡ шәхси станцияларҙа ла үтергә мөмкин. Һуңғыларының эшмәкәрлеген Рәсәй автостраховкалаусылар союзы контролдә тота. Раҫланған хаҡтарға ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостанда еңел автомобилдең техник торошон тикшереү өсөн иң күбендә – 450 һум, 3,5 тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы йөк машинаһы өсөн – 480 һум, һигеҙҙән артыҡ урыны булған биш тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы пассажирҙар автобусы өсөн 810 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Бөтә төр транспорт сараларының техник торошон тикшереү өсөн ҡаралған түләүҙәрҙе БР Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған Ҡарарҙың ҡушымтаһынан белергә мөмкин.



    28 29 30 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».