• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    11.01.12 12:34

    Республикала хоҡуҡи портал асылды

    Башҡортостанда хоҡуҡи мәғлүмәт бирелгән рәсми интернет-портал асылды: www.npa.bashkortostan.ru. Баҫмала мотлаҡ рәүештә баҫылырға тейеш хоҡуҡи документтар урынлаштырыласаҡ: республика закондары, Дәүләт Йыйылышы акттары, Башҡортостан Президенты указдары һәм күрһәтмәләре, Хөкүмәт ҡарарҙары һәм күрһәтмәләре, шулай уҡ республика башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттары. Хоҡуҡи интернет-ресурс Башҡортостан Президентының 2011 йылдың 21 октябрендәге УП-534 һанлы «Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи акттарын рәсми баҫтырыу тәртибен камиллаштырыу тураһында»ғы Указына ярашлы булдырылды. Электрон баҫма ярҙамында граждандарға һәм ойошмаларға төбәктең хоҡуҡи документтары менән танышыу еңелерәк буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән ойошторолған хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталы ғәмәлдәге хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу сығанаҡтарына («Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», «Республика Башкортостан», «Башҡортостан» һәм «Кызыл Таң» гәзиттәре) өҫтәмә итеп булдырылды. Уның функциональ тәьмин ителеше Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппаратына йөкмәтелде.



    28 29 30 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».