• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    13.01.12 12:34

    Башҡортостан Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә

    Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әлеге йыл Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең төбәк тә еңеүгә ҙур өлөш индергән – хәрби операцияларҙа егерме һигеҙ башҡорт атлы полкы һәм Өфө йәйәүле полкы ҡатнашҡан. Ултырыш барышында, июнь башында Өфөлә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк, тип билдәләнде. Августа Башҡортостан вәкилдәре Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһы эргәһендә үтәсәк «Бородино көнө» Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашасаҡ, ә октябрҙә Германия Федератив Республикаһының Лейпциг ҡалаһында үтәсәк Наполен армияһын тар-мар итеүгә бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи байрамдарға барасаҡ. Йыл дауамында еңеүгә арналған ижади конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ, улар сәнғәт эшмәкәрҙәренең иң яҡшы эштәрен асыҡлаясаҡ. Юбилей йылы Өфөнөң Еңеү паркында хәрбиҙәргә — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу менән тамамланасаҡ.



    28 29 30 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».