• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.02.12 12:34

    «Ҙур химия-2012» форумында 300 компания етәксеһе ҡатнашасаҡ

    Икенсе «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында Рәсәй һәм сит ил компанияларының 300 етәксеһе ҡатнашырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, форум Өфөлә 17- 18 майҙа үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Фәндәр академияһы уның ойоштороусылары булып сығыш яһай. Форумдың ойоштороу комитетының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков рәйеслегендәге икенсе ултырышы үтте. Ойоштороу комитеты ағзалары сара программаһының эстәлеген тикшерҙе, уның эшлекле һәм фәнни өлөштәрен ҡараны. БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, форумда Волга буйы федераль округындағы нфть химияһы кластерын артабан үҫтереү мәсьәләләрен, дөйөм алғанда Рәсәйҙәге нефть химияһы тармағының перспективаларын, шул иҫәптән Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң барлыҡҡа киләсәк мөмкинлектәрҙе тикшереү планлаштырыла. Нефть химияһы сәнәғәтендә яңы технологиялар трансферы темаһын өйрәнеүгә лә айырым иғтибар биреләсәк.



    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».