• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    13.02.12 12:34

    Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

    13 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Ҡурған ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин үткәрҙе. Унда Рәсәй мәктәптәрен яңыртыу, уларҙың матди-техник базаһын нығытыу, конкуренцияға һәләтен арттырыу мөмкинлектәре тикшерелде. «Конкуренцияға һәләтте арттырыу йәһәтенән бөгөн белем биреүҙең әһәмиәте өҫтөнлөклө була башлай, — тине Владимир Путин. – Бөтә мәғариф системаһына талаптар, әлбиттә, арта. Мәктәптәрҙе яңыртып, заманса алымдар һәм белем биреү технологияларын ҡулланып, беҙ Рәсәй мәғарифының барлыҡ өҫтөнлөктәрен, ҡаҙаныштарын тулыһынса һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ». Рәсәй Хөкүмәте рәйесе, уҡыусыларҙың ата-әсәләренән финанс ярҙам алыу практикаһын бөтөрөргә кәрәк, тип белдерҙе. «Дәүләт белем биреү учреждениеларын тулыһынса финанслауын дауам итә, — тине Владимир Путин. – Бушлай дөйөм белем алыу хоҡуғы беҙҙең Конституцияла нығытылған, һәм уны берәү ҙә бөтөрөргә йыйынмай». Төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары хаҡында һүҙ йөрөтөп, Владимир Путин, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән аҡсаларҙы төбәктәр үҙҙәре теләгәнсә ҡуллана ала, тип белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе 2012 йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә уҡытыусыларҙың эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү бурысын хәл итергә кәрәклеген белдерҙе.



    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».