• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    14.12.2011
    13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Салауат Сәғитовты республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.
    13.12.2011
    15-16 декабрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ үткәрә.
    13.12.2011
    13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндияның Европа эштәре буйынса һәм тышҡы сауҙа министры Александер Стубб етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
    12.12.2011
    Башҡортостанда бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә бағышланған йыл һайын үткәрелеүсе саралар башланды. Быйыл улар шағирҙың 180 йыллығына арнала.
    11.12.2011
    13 декабрҙә Өфөгә Финляндияның Европа эштәре һәм тышҡы сауҙа буйынса министры Александер Стубб етәкселегендәге Финляндия Республикаһының рәсми делегацияһы киләсәк.
    10.12.2011
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелгән дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр йома, 9 декабрҙә, республика Хөкүмәтендә тапшырылды.
    09.12.2011
    8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы һәм «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    08.12.2011
    Башҡортостан бюджеты сығымдарының дүрттән бер өлөшө 2012 йылда һаулыҡ һаҡлауға китәсәк. Средстволарҙың шундай уҡ күләме, аныҡлап әйткәндә, 24 процент, мәғариф өлкәһен финанслауға йүнәлтелә.
    07.12.2011
    7 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов экологик сәнәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса Хәүефһеҙлек советы ултырышын үткәрҙе.
    06.12.2011
    Үтеп барған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан «бөтә йүнәлештәр буйынса финанс ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыуҙың тотороҡло ыңғай динамикаһын күрһәткән» республика булараҡ «Йыл төбәге» номинацияһында наградаға лайыҡ булды.
    05.12.2011
    5 декабрь – Халыҡ-ара волонтерҙар көнө. Ул 1985 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән булдырылған.
    04.12.2011
    Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республикала еңел таксиҙар менән пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар раҫланды.
    03.12.2011
    Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был көндәр ял көндәре тип иғлан ителде.
    02.12.2011
    Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
    01.12.2011
    30 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөковтың онлайн-конференцияһы үтте.
    01.12.2011
    Бөгөн Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаттары исемлегенә йәнә 13 яңы лауреат өҫтәлде.
    30.11.2011
    30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәте менән сығыш яһаны, унда алдағы һәм оҙайлы ваҡытҡа республиканы үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән.
    27.11.2011
    2012 йылдың тәүге яртыһында Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Был хаҡта Дәүләт Кремль һарайында үткәрелгән «Башҡортостандан сығыусы» концертында матбуғат вәкилдәре менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
    26.11.2011
    25 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең 430-сы «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы менән идара итеүҙең ойоштороу структураһы тураһында»ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.
    25.11.2011
    Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышы башланды. Быйыл күсмә ултырыш республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә — Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында үтә.




    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».