• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    31.01.2012
    Шаршамбы, 1 февралдә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афониндың онлайн-конференцияһы үткәрелә.
    30.01.2012
    «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһы Башҡортостандың 2012 йылға финанс ярҙамы алыуға заявкаһын ҡабул итте.
    29.01.2012
    29 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды. Республика башлығы газ шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән йортто ҡараны, ҡазаға тарығандар менән осрашты, һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты.
    28.01.2012
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Колумбияға барып ҡайтты.
    27.01.2012
    Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө бойороғо менән төбәктә 1-29 февралдә «Ҡаргиҙәр» айлығын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
    25.01.2012
    25 ғинуарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Әлмира Ғәниеваның онлайн-конференцияһы үтте.
    24.01.2012
    Башҡортостандың урман хужалыҡтарында 2012 йылға урман янғындарын һүндереү буйынса план әҙерләнә. Республиканың урман фонды биләмәләрендәге янғындарҙы һүндереү буйынса йыйылма план урмандарҙы һаҡлауҙы ойоштороу системаһындағы төп документ иҫәпләнә һәм 2012 йылдағы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек эштәрендәге төп этаптарҙың береһе булып тора.
    23.01.2012
    20 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне.
    20.01.2012
    Башҡортостан Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы әҙерләгән инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты индереләсәк Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә инде.
    19.01.2012
    Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең алдынғы өс субъекты иҫәбенә инде.
    18.01.2012
    Республика Хөкүмәте йортонда билдәле рус рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса кәңәшмә үтте.
    16.01.2012
    Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәсми сайтының адресын алмаштырҙы. Сайттың яңы адресы: goskomzakaz.ru.
    13.01.2012
    Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.
    12.01.2012
    12 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси донъя чемпионатының 2-се финалына әҙерлек һәм уны үткәреүгә арналған эш кәңәшмәһе үтте.
    11.01.2012
    Башҡортостанда хоҡуҡи мәғлүмәт бирелгән рәсми интернет-портал асылды: www.npa.bashkortostan.ru. Баҫмала мотлаҡ рәүештә баҫылырға тейеш хоҡуҡи документтар урынлаштырыласаҡ: республика закондары, Дәүләт Йыйылышы акттары, Башҡортостан Президенты указдары һәм күрһәтмәләре, Хөкүмәт ҡарарҙары һәм күрһәтмәләре, шулай уҡ республика башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттары.
    10.01.2012
    Башҡортостанда транспорт сараларының техник торошон тикшереүгә түләүҙең иң юғары күләме билдәләнде. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары «Транспорт сараларының техник торошон тикшереү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль законға ярашлы ҡабул ителде.
    09.01.2012
    1 ғинуарҙан, ҡулланыусылар хаҡының артыуын иҫәпкә алып, балалы ғаиләләргә бөтә төр пособиелар ҡайтанан билдәләнде. Индекслау күләме 6 процент тәшкил итте.
    28.12.2011
    Яҡынлашып килгән Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында булған учреждениеларҙа махсус эш режимы индерелә.
    27.12.2011
    27 декабрҙә Өфөлә, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү тураһындағы Указды үтәү йомғаҡтары һәм Республика дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты тикшерелде.
    26.12.2011
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 декабрендәге 502-се «Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды тураһында»ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.




    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».