• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    15.08.2011
    Башҡортостанда 2011 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү буйынса иң яҡшы проект ойоштороуға конкурс старт ала.
    12.08.2011
    Фаразлауҙар буйынса, Башҡортостанда алдағы йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 процентҡа артырға тейеш. Дөйөм алғанда был 20894 һум.
    11.08.2011
    11 августа, Төҙөүселәр көнө профессиональ байрамы алдынан, Башҡортостан Хөкүмәтендә был тармаҡтың иң яҡшы эшселәре билдәләнде.
    10.08.2011
    Башҡортостанда уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлау һәм рекреацион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу маҡсатында «Асылыкүл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды.
    05.08.2011
    Йома, 5 августа, юғары уҡыу йорттары беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһында бойороҡтар сығарҙы, быға ҡарамаҫтан БДИ темаһы әле булһа актуаль.
    04.08.2011
    Башҡортостан властары 2011 йылда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум бүләсәк, йәнә 46 миллион федераль бюджеттан ебәреләсәк.
    03.08.2011
    Башҡортостан етәкселеге «Мәскәү – Екатеринбург» (ВСМ-2) юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара.
    01.08.2011
    Башҡортостанда төбәктең 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк. Был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр 29 июлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә индерелде.
    30.07.2011
    Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән Ураҙа байрамын билдәләгән көн, 2011 йылдың 30 авгусы, ял һәм байрам көнө тип иғлан ителде.
    29.07.2011
    29 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында барған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыу буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
    28.07.2011
    Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙың йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципалитеттар республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә адреслы ярҙам аласаҡ.
    27.07.2011
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты.
    26.07.2011
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вилдановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
    22.07.2011
    Көньяҡ Корея журналистары көн элгәре Башҡортостанға килде. Өс көнлөк пресс-тур сиктәрендә улар бер нисә сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ һәм иҫтәлекле урындарҙы күрәсәк.
    20.07.2011
    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын урынлаштырған саҡта граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү өсөн 30 миллион һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    19.07.2011
    Мәскәүҙә Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев етәкселегендә юғары технологиялар өлкәһендә технопарктар булдырыу федераль программаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте.
    15.07.2011
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Балаҡатай районында граждандарҙың шәхси мәсьәләләре буйынса күсмә ҡабул итеү үткәрҙе.
    14.07.2011
    Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы транспорттың техник торошон пландан тыш тикшереү буйынса эштәр дауам итә. Тикшереүселәр пассажирҙар ташыусы транспорттың бөтә төрөн, шул иҫәптән муниципаль транспортты ла күҙ уңынан ысҡындырмай.
    13.07.2011
    Әбйәлил районы үҙәгендә БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды. Ул район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бинаһының икенсе ҡатында урынлашты.
    12.07.2011
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 12 июлде «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булғандар буйынса милли матәм көнө тип иғлан итте.




    Открытая республика
    Ссылки