• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    02.12.2011
    Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
    01.12.2011
    30 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөковтың онлайн-конференцияһы үтте.
    01.12.2011
    Бөгөн Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаттары исемлегенә йәнә 13 яңы лауреат өҫтәлде.
    30.11.2011
    30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәте менән сығыш яһаны, унда алдағы һәм оҙайлы ваҡытҡа республиканы үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән.
    27.11.2011
    2012 йылдың тәүге яртыһында Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Был хаҡта Дәүләт Кремль һарайында үткәрелгән «Башҡортостандан сығыусы» концертында матбуғат вәкилдәре менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
    26.11.2011
    25 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең 430-сы «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы менән идара итеүҙең ойоштороу структураһы тураһында»ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.
    25.11.2011
    Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышы башланды. Быйыл күсмә ултырыш республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә — Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында үтә.
    24.11.2011
    Мәләүездә «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экология форумы асылды.
    23.11.2011
    23 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың онлайн-конференцияһы үтте.
    22.11.2011
    — Быйыл башҡарған эшебеҙ бик әһәмиәтле, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, наградлау тантанаһында ауыл хеҙмәтсәндәренең эшенә баһа биреп.
    21.11.2011
    21 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә социаль туризм мәсьәләләре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй форумын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.
    20.11.2011
    19 ноябрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев булып китте. Өфө аэропортында ил башлығын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
    16.11.2011
    16 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды. Туймазы ҡалаһында төбәк башлығы балалар баҡсаһын һәм 9 күп фатирлы йортто йылы менән тәьмин итеүсе яңы типтағы ҡаҙанлыҡ эше менән танышты.
    15.11.2011
    Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 9 ноябрендәге 395-се ҡарары менән 2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы раҫланды.
    11.11.2011
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы 2013 йылда байрам саралары үткәреләсәк.
    10.11.2011
    Күмертау авиация производство предприятиеһы менән Малайзияның рәсми делегацияһы араһында «Артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында» килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    09.11.2011
    9 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың онлайн-конференцияһы үтте.
    08.11.2011
    Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республикаға визит менән килгән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин Өфөлә ремонтланған торлаҡ йорттарҙы ҡараны.
    03.11.2011
    3 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаның онлайн-конференцияһы үтте.
    02.11.2011
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов бойороғона ярашлы 2012 йылдың 19-20 майында Өфөлә «Ҙур химия» II Халыҡ-ара форумы үтәсәк.




    Открытая республика
    Ссылки