A A A A A A
  • Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Хөкүмәт хаҡында

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиллек хоҡуғына бәйләнешле мәсьәләләрҙе тикшереү Хөкүмәт ултырыштарында, Хөкүмәт тарафынан ойошторолған даими һәм ваҡытлыса комиссиялар һәм ҡыҙыҡһынған Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән башҡа эш органдары ултырыштарында, башҡа органдар һәм ойошмалар ултырыштарында башҡарыла.

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте үҙенең вәкиллек хоҡуғы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, федераль закондар, Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡ акттары, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһының закондары һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарының республика территорияһында башҡарылыуын ойоштора.

    Хөкүмәт Башҡортостан Республикаһы территорияһында мотлаҡ раүештә утәлергә тейешле ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр сығара, шулай уҡ хоҡуҡи булмаған башҡа акттар сығара, Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарына һәм тейешле вазифалы кешеләргә йомош тапшыра.

    Хөкүмәт ҡарарҙары һәм күрһәтмәләре ҡабул итеү тәртибе ҡануниәткә ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламенты һәм Хөкүмәттең башҡа акттары нигеҙендә билдәләнә.



    Открытая республика
    Ссылки