• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    01.01.09 12:34
    Уҙған аҙнала республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың етәкселегендәге рәсми делегация эсендә Латин Америкаһына эш сәфәрендә булды, “Азатлыҡ утрауы”нда 11 июлдә Владимир Путин бер аҙнаға Латин Америкаһы илдәренә юлланды.
    01.01.09 12:34
    Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләү буйынса планлаштырылған эштәр һәм (йәки) хеҙмәттәр төрҙәрен асыҡлау тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 475-се ҡарары менән раҫланған.  Планлаштырылған эштәрҙе күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте тикшереү буйынса комиссиялар асыҡлаясаҡ.
    22 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды.

    17 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Владимир Спиваков саҡыра...» фестивален асыу тантанаһы үтте.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Һөт иле» ғаилә фестивалендә ҡатнашты.
    24 ғинуарҙа Республика Йортонда  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  «Сәләмәтлек сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.
    24 ғинуарҙа  Башҡортостан Хөкүмәтендә  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ  мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы үтте.
    22 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы (CIOFF)  президенты Филипп Боссан менән осрашты. Унда шулай уҡ CIOFF–тың  Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
    Яҡтар 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына  әҙерлек тураһында фекер алышты.
    Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың сираттағы Фольклориаданы тап Башҡортостанда үткәреү тураһындағы ҡарары  – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Беҙҙең республиканың халыҡ-ара әһәмиәттәге эре һәм етди саралар үткәреү тәжрибәһе бар, был юлы ла һынатмаҫбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Фольклориадаға әҙерлек эшен башланыҡ.Төп майҙандар ҡайҙа буласағы хаҡында аңлау бар. Дөйөм алғанда, республика буйынса 10 майҙан ойоштороласаҡ. Бөтә әҙерлек планға ярашлы алып барыла. Ышанысығыҙҙы аҡлаясаҡбыҙ.
    Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылды  – Халыҡ ижады йылы, тип иғлан ителеү тураһындағы ҡарарын да иҫкә төшөрөп үтте.
    Ошо күренеш  тә Фольклориаданы иң юғары кимәлдә үткәреү яуаплылығын өҫтәй, – тине Радий Хәбиров.
    Филипп Боссан CIOFF эшмәкәрлеге һәм Фольклориадаға әҙерлек барышы  менән таныштырҙы.
    2018 йылдың октябрь айында беҙ Өфөлә  Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың Бөтә донъя конрессын үткәрҙек. Сара юғары кимәлдә ойошторолғайны. Унда 55 ил вәкиле ҡатнашты. Әммә ул ваҡытта Өфөгә 200 ҡатнашыусы килде, ә Фольклориадаға 2500 ҡатнашыусы  көтәбеҙ, –тине CIOFF президенты. – Ҙур сараға тиклем йыл ярым ваҡыт ҡалды, мин артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлеккә өмөт итәм.
    Белешмә:
    Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет (CIOFF)  1970 йылда барлыҡҡа килә. 2012 йылдан ЮНЕСКО-ның рәсми партнёры булып тора. Уның төп маҡсаты – традицион мәҙәниәт һәм фольклорҙы һаҡлау һәм пропагандалау. Күп йылдар дауамында CIOFF-та  Рәсәй милли секцияһын  Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто тәҡдим итә. Бөтә донъя фольклориадаһы - Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың рәсми саралары исемлегенә индерелгән. Ғәҙәттә унда донъяның 60-80 дәүләтенән  өс меңгә яҡын артист ҡатнаша.

    13 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклем төбәктең Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы раҫланды.




    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».