• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    20.12.11 12:34
    20 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты.
    19.12.11 12:34
    19 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика олимпиадалары, конкурстары, фестивалдәренең һәм спорт ярыштарының еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән педагогик хеҙмәткәрҙәргә 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
    18.12.11 12:34
    Башҡортостан 2010-2011 йылдар өсөн Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе рейтингыһында «Минималь иҡтисади хәүеф» номинацияһында беренсе килә.
    17.12.11 12:34
    16 декабрҙә Хөкүмәт йортонда Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтың тәүге ултырышы сиктәрендә властың хәйриә ойошмалары, бизнес-берләшмәләр, төрлө дини ойошма вәкилдәре менән мөһим әңгәмәһе үтте.
    16.12.11 12:34
    16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Афонинды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
    15.12.11 12:34
    Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда йәнә күп балалы 60 әсә «Әсәлек даны» миҙалдарын алды. Был тантаналы сараны республиканың Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәрҙе.
    14.12.11 12:34
    13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Салауат Сәғитовты республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.
    13.12.11 12:34
    15-16 декабрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ үткәрә.
    13.12.11 12:34
    13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндияның Европа эштәре буйынса һәм тышҡы сауҙа министры Александер Стубб етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
    12.12.11 12:34
    Башҡортостанда бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә бағышланған йыл һайын үткәрелеүсе саралар башланды. Быйыл улар шағирҙың 180 йыллығына арнала.



    Открытая республика
    Ссылки