• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    10.08.11 12:34
    Башҡортостанда уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлау һәм рекреацион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу маҡсатында «Асылыкүл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһы булдырылды.
    05.08.11 12:34
    Йома, 5 августа, юғары уҡыу йорттары беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһында бойороҡтар сығарҙы, быға ҡарамаҫтан БДИ темаһы әле булһа актуаль.
    04.08.11 12:34
    Башҡортостан властары 2011 йылда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум бүләсәк, йәнә 46 миллион федераль бюджеттан ебәреләсәк.
    03.08.11 12:34
    Башҡортостан етәкселеге «Мәскәү – Екатеринбург» (ВСМ-2) юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара.
    01.08.11 12:34
    Башҡортостанда төбәктең 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк. Был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр 29 июлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә индерелде.
    30.07.11 12:34
    Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән Ураҙа байрамын билдәләгән көн, 2011 йылдың 30 авгусы, ял һәм байрам көнө тип иғлан ителде.
    29.07.11 12:34
    29 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында барған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыу буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
    28.07.11 12:34
    Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙың йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципалитеттар республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә адреслы ярҙам аласаҡ.
    27.07.11 12:34
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты.
    26.07.11 12:34
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вилдановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.



    Открытая республика
    Ссылки