• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    26.04.12 12:34
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Мәскәүгә килде. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре асыла, уның сиктәрендә Мәскәү халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын һәр төрлө бихисап осрашыуҙар көтә, унда улар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Башҡортостандың төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән таныша аласаҡ.
    25.04.12 12:34
    Кисә, 24 апрелдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда Өфөлә 29 майҙан 1 июнгә тиклем үткәреләсәк сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ХХ ултырышына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетынын киңәйтелгән ултырышы үтте.
    24.04.12 12:34
    Башҡортостан май байрамдарын ҡаршыларға әҙерләнә. Уларҙы үткәреү тәртибе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов үткәргән оператив кәңәшмәлә билдәләнде.
    23.04.12 12:34
    Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев бөгөн, 23 апрелдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.
    20.04.12 12:34
    Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
    19.04.12 12:34
    Башҡортостан Хөкүмәте «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһын раҫланы.
    18.04.12 12:34
    18 апрелдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужиндың онлайн-конференцияһы үтә.
    17.04.12 12:34
    Башҡортостанда федераль бюджеттан субсидиялар алыуға хоҡуҡлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар билдәләнде. Комиссия ҡарары буйынса, конкурстың һуңғы этабына үткән социаль йүнәлешле 40 проекттың барыһы ла финанс ярҙамы алыуға лайыҡ.
    17.04.12 12:34
    Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттары иҫәбенә 52 проект индерелгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 312 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә, ә был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 37 меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.  Өҫтөнлөклө инвестпроекттарҙы тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин шундай һандарҙы әйтеп ишеттерҙе. БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылғы беренсе ултырышта  «М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, «Меркурий-Инвест» идара компанияһының, «Финанс Меркурий Маркет Групп», «Экохимтех», «Башҡортостан Торба Заводы», «ЛБ Консалтинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең һәм «БиоБирск» фәнни-производство берекмәһенең проекттары ҡаралған.
    16.04.12 12:34
    Башҡортостанда йыл һайын үткәрелеүсе «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу ойошмаларға социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса аныҡ миҫалдар менән таныштырыу мөмкинлеген бирә.



    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».