• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Республикала Балалар онкологияһы үҙәге төҙөлөүе ихтимал 12.01.19 9:54

    Республикала Балалар онкологияһы үҙәге төҙөлөүе ихтимал

    Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында балалар онкология үҙәген төҙөү күҙаллана. Был хаҡта Милли медицина палатаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

    Властар балалар һаулығын һаҡлауға бөтәһе 3,5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонорға уйлай. Шуның 885 миллион һумын федераль бюджет бүлә, 2,1 миллиарды – республика ҡаҙнаһынан, тағы 500 миллиондан ашыуы – бюджеттан тыш аҡса. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, Туймазыла һәм Дүртөйлөлә сменаһына 300 һәм 200 кешене ҡабул итерлек яңы балалар поликлиникалары һалына. Шулай уҡ Республика балалар клиник дауаханаһы поликлиникаһын һәм хирургия корпусын капиталь төҙөкләндереү тамамланырға тейеш.


    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки