• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    10 ғинуарҙа Өфөлә 2019 йылда тәүге һөнәрҙәр йәрминкәһе була 09.01.19 11:04

    10 ғинуарҙа Өфөлә 2019 йылда тәүге һөнәрҙәр йәрминкәһе була

    Башҡортостандың баш ҡалаһында 10 ғинуарҙа быйыл тәүге һөнәрҙәр йәрминкәһе була.

    Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән эш урындары араһында — уҡытыусы, администратор, инженер, менеджер, водитель, кондуктор, кондитер, контролер, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, шәфҡәт туташы, һатыусы, автомобилдәр ремонтлаусы-слесарь, мебель йыйыусы, тракторсы, токарь, штукатур, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.

    Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар ҡаралған.

    Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

    Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.


    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки