• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Республикала эш хаҡы буйынса бурыс ике аҙнала 135 миллион һумға кәмегән 29.12.18 10:37

    Республикала эш хаҡы буйынса бурыс ике аҙнала 135 миллион һумға кәмегән

    Һуңғы ике аҙнала Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635,5 миллиондан 500 миллион һумға тиклем кәмегән, тип белдерҙе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина.

    Астрелина әйтеүенсә, ҡатнашы булған барлыҡ ведомстволарҙың әүҙем эшләүе һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәр алдындағы эш хаҡы буйынса бурыстың артыуын туҡтатырға һәм шул рәүешле 10 декабрҙә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров биргән йөкләмәне үтәү мөмкин булды.

    «Хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты кәметеүгә йүнәлтелгән оператив саралар планы әҙерләнде. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә ошо ике аҙнала беҙ граждандарға 124 миллион һумдан ашыу тотҡарланған эш хаҡын түләттереүгә өлгәштек. Был 1 декабрҙә яңғыраған һандан 20 процент», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

    Хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурысын тулыһынса ҡаплаған ойошмалар иҫәбендә — «Рощинский» совхозы, ДСК «КПД» (Өфө ҡалаһы), «БашНИИстрой» институты» предприятиеһы, Стәрлетамаҡ механика заводы. Бынан тыш, «Өфө хакимиәтенең әүҙемлеге менән торлаҡ-файҙаланыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә аҡса түләнде», тип өҫтәне Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе.

    Шуның менән бергә, Өфө фанера комбинатында һәм Әмзә урман комбинатында әүәлгесә хеҙмәт хаҡы буйынса ҡатмарлы хәл һаҡлана. Бында 2014 йылдан алып эш хаҡын тотҡарлау күҙәтелә.

    Ошо ике предприятиела эш хаҡы буйынса дөйөм бурыс 60 миллион һумға етә. Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарының ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләй республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

    Ул Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, Хеҙмәт министрлығына һәм башҡа ведомстволарға төбәктә хеҙмәт хаҡы бурысын кәметеү буйынса башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

    Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хеҙмәт хаҡы бурысын кәметеү буйынса тәүге һөҙөмтәләр бар, улар уртаса. Эш киләһе 2019 йылда ла дауам итә.


    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки