• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    17.01.2019
    Сибай ҡалаһындағы  карьерҙа тау тоҡомдары  быҫҡып янып атмосфераның көкөрт диоксиды менән бысраныуы  сәбәпле килеп тыуған  ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү сиктәрендә «ҡыҙыу телефон» хеҙмәте ойошторолдо.
    16.01.2019
    Башҡортостанда яңы йылдан күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн түләүҙе компенсациялау пенсия алды йәшендәге граждандарға ҡағыла.
    15.01.2019
    Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәнә яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарған өсөн хаҡты кәметеүҙе талап итеүе хаҡында иҫкә төшөрҙө.
    14.01.2019
    Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.
    13.01.2019
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район хакимиәттәре етәкселәренә Яңы йылға үҙенсәлекле бүләк яһаны.
    12.01.2019
    Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында балалар онкология үҙәген төҙөү күҙаллана. Был хаҡта Милли медицина палатаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
    11.01.2019
    10 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселеге, баш тренер Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты.
    10.01.2019
    Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сәйәси һм иҡтисади коммуникациялар агентлығы» эксперттары төҙөгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде.  
    09.01.2019
    Башҡортостандың баш ҡалаһында 10 ғинуарҙа быйыл тәүге һөнәрҙәр йәрминкәһе була.
    29.12.2018
    Һуңғы ике аҙнала Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635,5 миллиондан 500 миллион һумға тиклем кәмегән, тип белдерҙе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина.
    28.12.2018
    Башҡортостандың медицина ойошмалары республика бюджеты иҫәбенә тағы 35 ашығыс ярҙам машинаһына эйә булды. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
    27.12.2018
    Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Залда предприятие етәкселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары, инженер-уйлап табыусылар, уҡытыусылар, табиптар, иҡтисадсылар, эшселәр, идара, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
    26.12.2018
    Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йыл йомғаҡтары буйынса губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды.
    25.12.2018
    Марат Әхмәҙуллин Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Быға тиклем ул «Башгражданстрой» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Өфө ҡала Советы депутаты булды.
    24.12.2018
    Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарын, министрҙарҙы һәм башҡа етәкселәрҙе яңы йыл байрамдары алдынан бер кемгә лә кәрәкмәгән бүләктәр һәм открыткалар менән алмашыуҙы бөтөрөүҙе һораны.
    23.12.2018
    Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай — балалар, бер-береһен бүлә-бүлә, республиканың төп шыршыһына ҡайҙан килеүҙәре хаҡында һөйләй. Байрам йома, 21 декабрҙә, Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһендә уҙҙы. Республиканың 800-гә яҡын уҡыусыһы Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән әйлән-бәйлән өйөрөлдө.
    22.12.2018
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Рәсәй  Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
    21.12.2018
    Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 20 декабрҙә 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәрен алды. Техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһы Өфөләге «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда уҙҙы.
    20.12.2018
    Башҡортостанда киләһе йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем «Ҡаргиҙәр» операцияһы уҙғарыла. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғона Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
    19.12.2018
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы депутаттарына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш девизын атаны: «Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә:«Беҙ булдырабыҙ».


    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки