• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    18.12.18 11:27
    2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарған өсөн түләү хаҡы күп фатирлы йортта бер кешегә 57-нән 81 һумға, ә шәхси йортта йәшәгән бер кешегә 58-ҙән 81 һумға тиклем тәшкил итә. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев белдерҙе.
    17.12.18 10:03
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.
    16.12.18 11:14
    Башҡортостан Хөкүмәте 2018 йылдың өсөнсө кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.
    15.12.18 11:12
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указы менән Максим Забелин республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
    14.12.18 9:11
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Лира Иғтисамова республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
    13.12.18 9:05
    Башҡортостанда 2019 йылда 117 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Яңынан ойошторолған кооперативтар һаны буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.
    12.12.18 13:00
    Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
    12.12.18 9:20
    1 ноябргә республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс 4,3 миллиард һум тәшкил итә, был йыл башына ҡарағанда 22% күберәк. Шуның 16 миллион һумы — газ, 1,11 миллиарды — электр энергияһы, 3,1 миллиарды — йылылыҡ энергияһы һәм эҫе һыу тәьминәте өсөн бурыс.
    11.12.18 12:07
    Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс ағымдағы йылдың 1 декабренә 635,6 миллион һум тәшкил итте. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.
    10.12.18 10:54
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фейсбуктағы үҙенең сәхифәһендә Өфө күперҙәре буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында яҙҙы.



    Открытая республика
    Ссылки