• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    28.12.18 9:20
    Башҡортостандың медицина ойошмалары республика бюджеты иҫәбенә тағы 35 ашығыс ярҙам машинаһына эйә булды. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
    27.12.18 9:29
    Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Залда предприятие етәкселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары, инженер-уйлап табыусылар, уҡытыусылар, табиптар, иҡтисадсылар, эшселәр, идара, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
    26.12.18 9:13
    Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йыл йомғаҡтары буйынса губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды.
    25.12.18 12:48
    Марат Әхмәҙуллин Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Быға тиклем ул «Башгражданстрой» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Өфө ҡала Советы депутаты булды.
    24.12.18 8:51
    Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарын, министрҙарҙы һәм башҡа етәкселәрҙе яңы йыл байрамдары алдынан бер кемгә лә кәрәкмәгән бүләктәр һәм открыткалар менән алмашыуҙы бөтөрөүҙе һораны.
    23.12.18 8:52
    Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай — балалар, бер-береһен бүлә-бүлә, республиканың төп шыршыһына ҡайҙан килеүҙәре хаҡында һөйләй. Байрам йома, 21 декабрҙә, Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһендә уҙҙы. Республиканың 800-гә яҡын уҡыусыһы Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән әйлән-бәйлән өйөрөлдө.
    22.12.18 8:48
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Рәсәй  Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
    21.12.18 11:01
    Башҡортостандың ҡала һәм район дауаханалары 20 декабрҙә 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәрен алды. Техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһы Өфөләге «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда уҙҙы.
    20.12.18 9:05
    Башҡортостанда киләһе йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем «Ҡаргиҙәр» операцияһы уҙғарыла. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғона Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
    19.12.18 9:23
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы депутаттарына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш девизын атаны: «Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә:«Беҙ булдырабыҙ».



    Открытая республика
    Ссылки