• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

    23.03.2017
    Стәрлетамаҡта яҙғы ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының күсмә ултырышы үтте
    22 мартта Стәрлетамаҡта төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев рәйеслегендә яҙғы ташҡынға ҡаршы Башҡортостан комиссияһының күсмә ултырышы үтте. Унда мининстрлыҡ һәм район хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
    24.03.17 15:27
    23 мартта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Рәсәйҙең баш гериатыры Ольга Ткачева төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашты. Осрашыуҙа гериатрия хеҙмәтен үҫтереү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландар ҡаралды.
    24.03.17 11:31
    22 мартта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров, республиканың юл хужалығы, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәте өлкәһендәге 2016 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыс һәм маҡсаттар билдәләне.
    24.03.17 10:23
     Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов етәкселегендәге респубиканың рәсми делегацияһы эш сәфәре Липецк өлкәһендә. Сәфәрҙең төп маҡсаты – ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын булдырыу һәм уны үҫтереү тәжрибәһен өйрәнеү.
    22.03.17 17:47
    22 мартта Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Башҡортостанда урман сәнәғәте кластеры ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    22.03.17 16:21
    22 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Ултырышта Башҡортостанда 2018-2023 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында» дәүләт программаһы раҫланды һәм ғәмәлдәге «Башҡортостан Республикаһында сауҙа үҫеше» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде.
    22.03.17 14:50
    22 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһының ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы асылды. Форумда «Машина төҙөү», «Станоктар. Инструмент. Иретеп йәбештереү», «Ағас эшкәртеү», «Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау», «Өфөнөң инновация мөмкинлеге» күргәҙмәләре менән дә танышырға мөмкин.
    22.03.17 8:50
    Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республикала Рәсәйҙең стратегик үҫешенең төп йүнәлештәре буйынса программаларҙы һәм өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмдәр төҙөлдө.
    21.03.17 17:30
    21 мартта Өфөлә «Рәсәй» медиаүҙәгендә мәғариф системаһында аутсорсинг йүнәлеше үҫеше, балалар баҡсаһына түләү буйынса льготалар һәм Берҙәм дәүләт имтиханы-2017 кампанияһына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Журналистарҙың һорауына Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәм башҡа рәсми вәкилдәр яуап бирҙе.
    20.03.17 18:30
    19 мартта Тольяти ҡалаһында 15 йәшкә тиклем үҫмерҙәр араһында теннис буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды. Башҡортостан командаһы составында сығыш яһаусы Игорь Кудряшов, Сыңғыҙ Кәбиров, Иван Овчаренко һәм Ринат Нурғәлиев алтын миҙалдар яуланы.



    Открытая республика
    Ссылки